/ Объединения и клубы / Клуб «Горница» / Международный день коренных народов

Международный день коренных народов

Бөгөн аҫаба халыҡтар көнө билдәләнелә. Ошо уңайҙан үҙәк район китапханаһында «Өләсәйем һандығы» исемле кисә уҙҙы. Был дата Берләшкән милләттәр ойошмаһы башланғысы менән 20 йыл элек барлыҡҡа килгән. Уның маҡсаты – аҙ һанлы халыҡтарҙы юғалыуҙан һаҡлау, һәр милләткә үҙ телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү һәм һаҡлауға мөмкинлек биреү. Бөгөн республикала милли кейемгә ҡыҙыҡһыныу арта. Кисәгә килгән апай-инәйҙәр менән дә көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ , көнсығыш Урал аръяғы, төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнбайыш, төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейемдәре, биҙәүес әйберҙәре хаҡында хаҡында һөйләштек. Башҡорт этнографияһына ҙур өлөш индерегән ғалимдар С.Руденко, С.Шитова, Р.Кузеев, С.Авижанскаяның китаптары менән танышып, милли кейемдәребеҙгә арнап яҙылған шиғырҙарҙы уҡыныҡ.

Наверх