/ Новости / «Китап уҡыусы ғаилә – Әбйәлилдең өмөтө -2021» конкурсы

«Китап уҡыусы ғаилә – Әбйәлилдең өмөтө -2021» конкурсы

Апрель айының һуңғы аҙнаһын бик матур сара менән тамамлап ҡуйҙыҡ. Кисә үҙәк китапханала «Китап уҡыусы ғаилә – Әбйәлилдең өмөтө -2021» конкурсы гөрләп үтте. Конкурста даими китап алып уҡыған һәм ғаилә ағзалары китапхананың уҡыусылары булып торған ғаиләләр ҡатнашты. Улар конкурс шарттарын теүәл башҡарып, намыҫлы һәм ғәҙел һынау тотто.

Беҙ уларҙың фото һәм видеоотчеттары аша ғаилә татыулығына, атай-әсәй һәм бала ҡиммәттәренә һоҡландыҡ. Шулай уҡ быуындар бәйләнешенә, йолалар дауам ителеүенә, райондаштарыбыҙҙың һәләттәренә, эшһөйәрлегенә, дәртенә шаһит булдыҡ.

Жюри ағзалары, үҙ-ара кәңәшләшкәндән һуң, еңеүселәрҙе атаны һәм үҙҙәренә генә хас номинацияларҙа билдәләп үтте. Байымдан Гөлсара һәм Заһир Дауытовтар – беренсе булһа, икенсе урынға Хәмиттән Рәмилә һәм Данил Нуритдиновтар лайыҡ булды, ә өсөнсө урынға Әбдрәштән Фәридә һәм Фәрит Әхмәтовтар сыҡты. Красная Башкириянан Зөлфиә һәм Арсен Ғибәҙәтовтар – «Ижади ғаилә» , Рауилдан Илсиә һәм Мансур Зәйнитдиновтар – «Иң татыу ғаилә» , Ташбулаттан Зөлфирә һәм Фирғәт Моратшиндар – «Милли һәм мәҙәни традицияларҙы һаҡлаусы» номинацияларында билдәләнде. «Китап уҡыусы ғаилә – Әбйәлилдең өмөтө -2021» исеме лайыҡлы рәүештә, Буранғолдан Лилиә һәм Морат Усмановтарға бирелде.

Наверх