/ Новости / “Башҡорт ғаиләһенең үҙенсәлектәре” түңәрәк өҫтәл

“Башҡорт ғаиләһенең үҙенсәлектәре” түңәрәк өҫтәл

Яҙҙың тәүге көнөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт ғаиләһе көнө тип билдәләргә тәҡдим итте. Ошондай милли байрамдың барлыҡҡа килеүе милләтебеҙҙең йолаларын, телен, динен, рухи байлығын һаҡлап ҡалырға, ғөрөф-ғәҙәттәрен йәштәргә тапшырырга ярҙам итә.
Ҡайһы ғына йоланы алып, ниндәй генә тарихты байҡама, ғаилә ҡиммәттәре башҡорттоң төп йәшәү асылы, тормош кендеге булған. Һәр төрлө халәттә лә ғаиләләрен һаҡлап ҡалырға, балаларын атайлы-әсәйле үҫтерергә тырышҡан улар. Ошо матур байрам уңайынан уҡыу залында “Башҡорт ғаиләһенең үҙенсәлектәре”исемле түңәрәк өҫтәл үтте.Унда “Хазина”клубы ағзалары,Әбйәлил районындағы”Ғаилә”үҙәгенең психологы Миңһылыу Ильясова һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты. Никах,бала тәрбиәләү,кейем,ғаиләлә атай абруйы,әсә һөйөүе тураһында сығыштар,фекер алышыу бик йәнле барҙы,һәр кем үҙенең гаиләһе,балалары тураһында һөйләп үтте.Асҡар ауылының ағинәйе Зәлифә апай Шакированың кәңәштәрен бөтәһе лә ихлас ҡабул итте,һәр кем борсоған һорауҙарына яуаптар алды.
Йылдың бер көнөндә генә түгел, көн һайын иң күркәм ғаилә, иң өлгөлө халыҡ булып, һоҡландырып йәшәргә яҙһын!

Наверх