/ «100 ШАГОВ К РОДНОМУ СЛОВУ» / #ТуғанТелгә100Аҙым

#ТуғанТелгә100Аҙым

#ТуғанТелгә100Аҙым
#БашҡортТелеЙылы

Район үҙәк китапханаһының хеҙмәтләндереү бүлеге, «Туған телгә 100 аҙым» акцияһында әүҙем ҡатнашып килә. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тәҡдим иткән проект балаларҙы һәм йәштәрҙе нәфис әҙәбиәткә, туған телгә ылыҡтырыуға, республика яҙыусыларының ижадын киң йәмәғәтселек араһында популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Китапханасылар уҡыусыларға, студенттарға, китапханаға килеүселәргә башҡорт авторҙарының 100 китабын уҡырға йыл әйләнәһенә тәҡдим итеп килә. Улар араһында Мостай Кәрим, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Рауил Бикбаев,Зөлфиә Ханнанова һәм башҡа яҙыусыларҙың әҫәрҙәре бар.

«Республикабыҙ әҙәби традицияларға, яҙыусыларға һәм шағирҙарға бай, – тине республиканың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Яҙыусылар берләшмәһендә яңы исемдәр барлыҡҡа килә, заманса хикәйәләр, повестар һәм романдар, шиғри йыйынтыҡтар донъя күрә. Авторҙар менән ижади осрашыуҙарҙы йышыраҡ ойошторорға, уларҙың әҫәрҙәрен тикшереүҙә ҡатнашырға, баһа бирергә, фекер алышырға кәрәк. Иң мөһиме, халыҡ күберәк уҡый башлаһын ине». Ошо йәһәттән беҙҙә ситтә ҡалмайбыҙ. Районыбыҙ йәштәре араһында ла яңы сыҡҡан китаптар менән ҡыҙыҡһыныусылар,телгә оло һөйөү менән бағыусыларҙың күп булыуы ҡыуандыра. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ, Сибай ҡалаһының төҙөлөш колледжының өсөнсө курс талибы Сафин Денис Урал улы.Ул З.Ханнанованың “Мин-башҡорт, тип танышығыҙ…” шиғырын уҡып ишеттерҙе.

Наверх