/ Краеведение / Башкортостан / “Сәскә ат, Башҡортостан”

“Сәскә ат, Башҡортостан”

11 октябрь Башкортостандың мөһим дәүләт байрамы – Республика көнө билдәләнә.
1990 йылдың 11 октябрендә республиканың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү уның ышаныслы алға барыуын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән мөһим сәйәси һәм иҡтисади үҙгәртеп ҡороуҙарға башланғыс һалды.Республика көнө – тыуған ергә һөйөү, ата-бабалар васыятына тоғролоҡ, дуҫлыҡ һәм берҙәмлек байрамы. Беҙ гүзәл еребеҙ,уның мөғжизәле тәбиғәте,бай тарихы,ә иң мөһиме – талантлы һәм хеҙмәт һөйөүсән халҡы менән ғорурланабыҙ. Ошо байрам уңайынан китапхананың уҡыу залында “Сәскә ат, Башҡортостан” исемле китап күргәҙмәһе асылды. Китап уҡыусылар ихтибарына күргәҙмәлә республикабыҙҙың тарихын сагылдырған китаптар, башҡорт телендә танылған башкорт языусыларының әҫәрҙәре урын алған. Һеҙҙең барығыҙҙы ла төп дәүләт байрамы – Республика көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Был әһәмиәтле көн республика халҡы араһында киң танылыу алды һәм ул йөрәктәрҙә лайыҡлы урын биләй. Республика көнө тыуған яғыбыҙҙың уңыштары өсөн хаҡлы рәүештә ғорурлыҡ тойғолары, киләһе көнгә ышаныс тыуҙыра. Унда халҡыбыҙҙың рухи мираҫы һәм традицияларына тәрән ихтирам, тыуған республикабыҙға һәм уның һоҡланғыс кешеләренә һөйөү сағыла.

 

Наверх